Вологда ағас архитектураһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вологда ағас архитектураһы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Вологда
 Вологда ағас архитектураһы Викимилектә

Вологда ағас архитектураһырус. Волого́дское деревя́нное зо́дчество - Вологда ағас архитектураһындағы стиль һәм йүнәлештәр йыйылмаһы, XVIII быуат аҙағы - XX быуаттың тәүге сиреге ағас йорттар ансамбле.

Вологдала реставрацияланған ағас йорт

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вологда Рәсәйҙәге ҡала ағас архитектураһының яҡшы һаҡланған, бай һәм ҡабатланмаҫ мираҫына эйә. XXI быуат башында Вологдала 105-тән 170-кә ҡәҙәр ағас архитектура ҡомартҡылары һаҡланған. Вологдала XIX - ХХ быуат башындағы барлыҡ төр - дворян, сауҙагәр һәм мещан ҡатламдарының ағас йорттары, ә архитектура стилен алғанда — классицизм, ампир һәм модерн үрнәктәре һаҡланған.

XIX быуат аҙағында - XX быуат башында ҡалала "вологда тибы" тип аталған ағас йорттоң үҙенә башҡа бер төрө формалашҡан - ике ҡатлы йорт, формаһы буйынса - ишек алдына һуҙылған болдоро өҫтөндә мөйөшлө лоджия эшләнгән параллелепипед.

Совет осоро[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ағас йорттар төҙөлөшө 1917 йылдан һуң туҡтай. Шулай булһа ла, XX быуат урталарына тиклем ағас төп төҙөлөш материалы булып ҡала. Был осорҙоң ағас архитектураһының күренекле ҡомартҡыһы - тимер юлсылар Мәҙәниәт һарайы, 1927 йылда Art Nouveau стиле элементтары менән төҙөлгән.

ХХ быуаттың икенсе сирегендә төп төҙөлөш төрө - ағас барактар. Конструктивизм элементтары был осорҙа төҙөлгән йорттарҙа осраштыра. Был стиль элементтары булған ағас йорттарҙың ҡатмарлы төҙөлөшөнөң миҫалы - Етен комбинаты ҡасабаһы (1930 - 1940)

Хәҙерге торошо һәм һаҡлау проблемалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәйҙең тарихи 115 ҡалаһының 16-һында ғына ағас архитектура ҡомартҡылары бар[1] .

1970-се йылдар башынан, Вологда тарихи ҡалалар исемлегенә индерелгәндән һуң, уның тарихи мираҫын һаҡлау йәһәтенән байтаҡ эштәр башҡарыла. 1980-се йылдар аҙағында ҡомартҡыларҙы һаҡлау зоналарының яңы проекты раҫлана[2] .2009 йылдың 26 июнендә Ерҙән файҙаланыу һәм төҙөлөш ҡағиҙәләре раҫлана, улар тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау зоналарын үҙ эсенә ала[3].

Вологда ағас архитектура ҡомартҡыларының өстән бер өлөшөн юғалта

Вологда дәүләт һаҡлауы аҫтында 105 ағас ҡомартҡы бар [4]. 1990 - 2000 йылдарҙа күп ҡомартҡыларр законһыҙ йәки нигеҙһеҙ һүтеп алына. 2005 йылға, 105 ҡомартҡыдның 25-е тулыһынса юҡҡа сыҡҡан, 4-е - өлөшләтә, йәнә 4-е - емерек хәлдә. 10 объект, үҙгәртеүҙәр индереп, боҙолған. 26 объект реставрация үткән. 2010 йылдың башына Вологда ағас архитектура ҡомартҡыдлары исемлегендә 155 объект бар.

Айырым ҡомартҡыларҙы ғына түгел, ә Вологданың тарихи ҡала булараҡ айырылғыһыҙ өлөшө булған бер бөтөнлөк хасил иткән тарихи-архитектура мөхитен һаҡлау етди проблема булып тора.

Закон тарафынан яҡланыуға ҡарамаҫтан, дәүләт һаҡлауы һөҙөмтә бирмәй тиерлек, һәм Вологда ағас архитектураһы ансамбленең бөтөнлөгө туҡтауһыҙ юҡҡа сыға бара. 1990 - 2000 йылдарҙа ҡала үҙәген "тарихилыҡ" стилендә үҙгәртеү бара[5] . Күпселек проекттар ҡомартҡыларҙың күсермәһе итеп, кирбес конструкцияларҙы ағас йәки уға оҡшаған материалдар менән көпләп, юғалған ҡомартҡы фасадына тышҡы оҡшашлыҡ тыуҙырып төҙөлә.


Популяр мәҙәниәттә Вологда ағас архитектураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«

Знаю, знаю точно, где мой адресат, —
В доме, где резной палисад.
Где же моя темноглазая, где?
В Вологде-где-где-где?
В Вологде-где?
В доме, где резной палисад.

»

Вологда ағас төҙөлөш сәнғәтен 1976 йылда бөтә Советтар Союзына «Песняры» ансамбленең «Вологда» Втигән йыры таныта [6].билдәле булған

Вологданың бер нисә ағас архитектура ҡомартҡылары «Мелкий бес» кинофильмында сағылдырылған [7].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Перечень Министерства культуры РСФСР, 1970
  2. Регамэ С., Маркус К. Вологда. Проблемы преобразования исторического центра// Градостроительство — 1997. — № 6. — С. 19—24
  3. ОАО «НИИП Градостроительства»(недоступная ссылка)
  4. Кашина Л. И. Сохранение и использование памятников деревянной архитектуры в XXI веке // Деревянное зодчество:Проблемы, реставрация, исследования : Сборник Методическое сопровождение мониторинга недвижимых памятников Вологодской области. — Вологда, 2005.
  5. Маевский Б. Визитная карточка Вологды: От «резного палисада» к «вологодскому историзму» // Архитектура. Строительство. Дизайн : журнал. — 2003.
  6. ВИА «Песняры». «Вологда». 1976
  7. Сазонов А. И. Моя Вологда. Прогулки по старому городу. — Вологда: "Древности Севера", 2006. — 272 с.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]