Низами Гәнжәүи һәйкәле (Баҡы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Низами Гәнжәүи һәйкәле
әзерб. Nizami Gəncəvinin heykəli
Рәсем
Дәүләт  Әзербайжан
Административ-территориаль берәмек Баҡы
Булдырыусы Абдурахманов, Фуад Гасан оглы[d]
Бағышланған Низами Гәнжәүи
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза
Һүрәтләнгән объект Низами Гәнжәүи һәм ир
Архитектор Дадашев, Садых Алекпер оглы[d] һәм Усейнов, Микаэль Алескерович[d]
Карта
 Низами Гәнжәүи һәйкәле (Баҡы) Викимилектә

Низами Гәнжәүи һәйкәле (әзерб. Nizami heykəli Gəncəvinin) — бөйөк шағир Низами Гәнжәүи һәйкәле. Баҡыла, Низами исемендәге паркта, Истиглалийат, Әхмәд Джавад, Әзербайжан һәм Ислам Сафарли урамдары киҫелешендә урынлашҡан. Һәйкәл 1949 йылдың апрелендә асыла[1]. Скульпторы — Әзербайжандың халыҡ рәссамы Фуад Абдурахманов, архитекторы — Садых Дадашев һәм Микаэль Усейнов[2].

Һәйкәл 9 метрлыҡ һигеҙ ҡырлы пеьдесталға урынлаштырылған алты метрлыҡ бронза һындан ғибәрәт. Ҡыҙыл лабрадор пьедестал Низами дәүерендәге Әзербайжан архитектураһы элементтары ҡулланылып эшләнгән. Уны аҫҡы өлөшө һырланып биҙәлгән һәм йөҙләнгән бронза плиталар ҡуйылған. Ете плитала Низами әҫәрҙәре сәхнәләштерелгән, береһендә — мемориаль яҙыу бар.

Һәйкәлдәге барельефтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һәйкәлдә Низамиҙың биш поэмаһының («Хамса») геройҙарын һүрәтләгән ете барельеф сүкеп эшләнгән. Улар араһында өкөләрҙең әңгәмәһен тыңлаусы Нушериван («Сокровищница тайн»), Биситун тауҙары аша юл һалыусы Фәрхәд («Хосров и Ширин»), мәктәптә уҡыусы Ләйлә менән Мәжнүн («Лейли и Меджнун»), аждаһаны үлтереүсе Баһрам ГурЕте гүзәл»), Нушаба батшабикәһенең Искәндәрҙе ҡабул итеүе («Искәндәрнамә») һ. б. Барельефтар скульптор А. Хрюнов тарафынан рәссам Газанфар Халыков эскиздары буйынса эшләнә[3] шиғирҙың исеме яҙылған бронза таҡтаташтың ҡабырғаларында, ете ҡырҙа урынлаша.

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. [{{{ссылка}}} Низами Гәнжәүи һәйкәле (Баҡы)] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  2. АБДУРАХМАНОВ // Большая советская энциклопедия. — Государственное научное издательство, 1950. — Т. I. — С. 14.
  3. Нуреддин Давуд оглы Габибов]], Мурсел Кули оглы Наджафов. Искусство Советского Азербайджана. — М.: Искусство, 1960. — С. 132. — 198 с.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]