Колумбҡа тиклемге цивилизациялар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Колумбҡа тиклемге цивилизациялар
Рәсем
Урын Америка
Башланыу датаһы 48 б.э.т. мең йыллыҡ
Тамамланыу датаһы 1492
Ҡайҙа өйрәнелә Pre-Columbian studies[d]
 Колумбҡа тиклемге цивилизациялар Викимилектә
Археологтар тарафынан АҠШ-тың Джорджия штатыянында ятҡан Накучи ҡурғаны янында табылған Колумбҡа тиклемге дәүерҙәге скульптура төрөпкәһе
Йәшчилана (Мексика) емереклектәренең өҫкө ҡатламындағы пирамидаларҙың береһе
Яугирҙәрҙең гигант скульптуралары. Улар Идальго штатының Тула (тольтек халҡының боронғо баш ҡалаһы) (Мексика) ҡалаһына яҡын урынлашҡан
Майяларҙың Ушмаль ҡалаһы емереклектәрендә майя халҡы төҙөп ҡалдырған архитектура ҡоролмалары
Мачу-Пикчу

Колумбҡа тиклемге цивилизациялар — Төньяҡ һәм Көньяҡ Америка ҡитғаларында булған һәм XV быуатта уларҙы Европа колонистары күргәнгә тиклем юҡҡа сыҡҡан боронғо цивилизациялар.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һинд һәм эскимостарҙың ата-бабалары бынан 30-20 мең йыл элек төньяҡ-Көнсығыш Азиянан Беринг диңгеҙе өлкәһы һәм боғаҙ аша Америкаға күсеп килгән. Тәүге күскенселәрҙең мәҙәни кимәле һуңғы палеолит осоро һәм Боронғо Донъяның мезолитик мәҙәниәттәренә тап килә. Индеецтарҙың ике ҡитғала ла таралыуы һәм яңы ерҙәрҙе үҙләштереүе бихисап мең йылдарға һуҙыла.

Y-хромосомалы Q гарлогруппаһын тикшереү Көньяҡ Америкала 18 мең йыллап элек кеше йәшәй башлаған тип фаразлай[1].

XVI быуатта Европа колонизацияһы башланғанға тиклем Төньяҡ һәм Көньяҡ Америка ҡәбиләләренең күпселеге община-ырыу ҡоролошоноң төрлө стадияларында була: ҡайһы берҙәрендә әсә нәҫеле өҫтөнлөк итә (ирокездар, мускогтар, хопиҙар, Амазонка бассейнында йәшәгән күп кенә башҡа ҡәбиләләр), башҡаларында ата ырыуы (Төньяҡ Американың төньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ-көнбайыш ҡәбиләләре). Халыҡтарҙың бер өлөшө ырыу йәмғиәтенән синыф йәмғиәтенә күсеүҙең төрлө стадияларында торған була. Үҙәк һәм Көньяҡ Америка һиндтары (ацтектар, майялар, инкылар) синыф йәмғиәттәрендә йәшәй.

Һиндтарҙың дине[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һиндтарҙың диндәре төрлө, әммә монотеизм эҙҙәренең булмауы сәбәпле, миссионерҙарға христиан динендәге «Алла» төшөнсәһен тәржемә итеү бик ҡыйынлаша. Әммә был инкыларға ҡағылмай, улар Виракочеға табыныу сәбәпле, әкренләп юғары көскә ышаныу монотеистик һыҙаттарға эйә була бара. Һиндтарҙа илаһ идеяһы аныҡ мәғәнәгә эйә була алмай; шулай уҡ уларҙың донъяны барлыҡҡа килтереү тураһындағы идеяларын билдәләү ҙә ауыр була. Күп осраҡта яҡтылыҡ биреүсе нәмәне, ҡояшты һәм айҙы яраталар, уларға ир менән ҡатынға ҡараған кеүек ҡарайҙар; ҡайһы берҙә ҡәбилә башлыҡтары уларға ҡорбан килтерергә бурыслы. Тәбиғәт күренештәре шулай уҡ ниндәйҙер кәүҙәләнештә ҡабул ителә: һыу, йәшен, күк күкрәү һәм йәшен йәшнәү: перуларҙың йәшенгә арналған гимны бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған. Дүрт һаны күп ҡәбиләләрҙә тылсымлы мәғәнәгә эйә; шулай уҡ күп һанлы ҡәбиләләр ҙә приматтар булыуы таныла. Инкылар араһында космогоник һәм башҡа мифологик хикәйәләр күпләп йыйылған; уларҙың барыһы ла полинезияларҙыҡына оҡшаш. Уларҙа ла Бөтә донъяла туфан һыуы ҡалҡыуы тураһында үҙ риүәйәттәре бар.

Хайуандар, бигерәк тә ҡоштар, бөтә риүәйәттәрҙә ҙур роль уйнай, улар тотемдарҙа ла тап улар иң йыш осрай. Шуға бәйле айыуҙар, бүреләр, йыландар һ. б. йән эйәләре хөрмәтләүгә лайыҡ. Был халыҡтарҙың барыһы ла үлгәндән һуң тормош булыуына инанған. Ул йә мәңгелек бәхет, йә ҡайғы һәм күңелһеҙлек менән тулы картина булып күренә. Инкыларҙа боттар һирәк осрай, шуға күрә уларҙың дине политеизмға түгел, ә пандемонизмға яҡын тора; ҡорбандар элек майса һәм берҙән-бер йорт хайуаны — эт рәүешендә килтерелгән. Перу һәм мексикандарҙың үҫешкән дине тураһында түбәндәге мәҡәләләрҙән уҡығыҙ: Перу һәм Мексика. Кеше ашау күп урындарҙа күҙәтелгән, һәр ерҙә дини нигеҙҙәре булған. Руханиҙар урынына махсус кешеләр — сихырсылар була, шул уҡ ваҡытта улар, табиптар кеүек, дауалау менән дә шөғөлләнә. Бөтә инкыларҙа ла ерләү йолалары бер төрлө булған: ҡысҡырып олоу, сәстәрен йолҡҡослау, үлем булған өйҙө емереү менән мәйет оҙатыла; мәйетте ултырып ерләйҙәр, бының өсөн мәрхүмде махсус рәүештә бәйләп ултырталар. Боронғо Перуҙа төрлө кейемдәргә төрөлгән мәйеттәрҙең махсус мумификацияһы ҡулланылған.

Хронологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чибча (цивилизация)ИнкиЧимуСикан (культура)ТиуанакоУариКультура НаскаМочеПаракас (культура)ЧавинАцтекиТольтекиТеотиуаканСапотекиМесоамериканская хронологияЦивилизация майяОльмекиХохокамАнасазиКультура МогольонХоупвеллская традиция

Шкаланың өҫкө өлөшө (һоро төҫтәге төҫмөрҙәр) Төньяҡ Америка ареалы.

Урта өлөшө (йылы төҫтәр) месоамерика ареалы. Аҫҡы өлөшө (һалҡын төҫтәр) Көньяҡ Америка ареалы.

Колумбҡа тиклемге мәҙәниәттәр исемлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иртә Көньяҡ Америка мәҙәниәте
  • Хоупвелл

Хоупвелл традицияһы (ҡайһы берҙә"Хоупвелл мәҙәниәте" тип яңғылыш атала) беҙҙең эраның 200—500 йылдары осоронда буласаҡ АҠШ-тың төньяҡ-көнсығыш һәм үҙәк-көнсығыш өлөшөндәге йылғалар буйлап йәшәгән оҡшаш индеец археологик мәҙәниәттәре комплексы. Хоупвелл традицияһының килеп сығышы тураһында бәхәстәр дауам итһә лә, ул Иллинойс территорияһында йәки унан алыҫ түгел барлыҡҡа килгәндер, күрәһең. Хоупвелл традицияһы дөйөм сауҙа юлдары селтәре менән бәйләнгән тарҡау ҡәбиләләрҙән тора,[2] Хоупвелл алмашыу системаһы булараҡ билдәле.

Үҙенең сәскә атҡан осоронда Хоупвелл алмашыу системаһы хәҙерге АҠШ-тың көньяҡ-көнсығышынан алып Канаданың Онтарио күленең көньяҡ-көнсығышына тиклем яр буйҙарын үҙ эсенә ала. Был территорияла әүҙем сауҙа һәм йылға юлдары буйлап эшмәкәрлек сәскә ата. Хоупвелл системаһы хәҙерге АҠШ-тың бөтә территорияһынан материалдар ала. Сауҙа әйберҙәре араһында экзотик материалдар күпселекте тәшкил итә, улар өсөн алмашҡа аҙыҡ-түлек һәм урындағы изделиелар экспортлана. Хоупвелл изделиелары был системанан ситтә, атап әйткәндә, урта Көнбайыштан ситтәге күп кенә ҡәберлектәрҙә табылған.[3]

  • Могольон

Могольон археологик мәҙәниәте хәҙерге АҠШ-тың көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан 4 иң ҙур тарихи мәҙәниәттең береһе, өлөшләтә төньяҡ Мексика территорияһын да биләй. Яҡынса беҙҙең эраның 150—1400 йылдарында була. Атамаһы 1712—1715 йылдарҙа Нью-Мексико губернаторы Дон Хуан Игнасио Флорес Могольон хөрмәтенә аталған Могольон тауҙарынан килеп сыҡҡан.

  • Анасази

Анасази мәҙәниәте, йәки пуэблоның ата-бабалары — АҠШ-тың хәҙерге көньяҡ-көнбайыш төбәгендә хасил булған тарихҡаса булған дәүерҙәге һиндтар мәҙәниәте, был төбәк Дүрт мөйөш (Колорадо, Юта, Аризона, Нью-Мексико штаттары) булараҡ билдәле. Анасази мәҙәниәтенең керамикаһы һәм торлаҡ ҡоролмаларына үҙ стиле хас була.

Әлегә тиклем археологтар араһында мәҙәниәттең барлыҡҡа килеү датаһы тураһында бәхәс дауам итә, әммә хәҙерге ваҡытта компромисс формулировкаһы булдырылған, уға ярашлы мәҙәниәт беҙҙең эраға тиклем яҡынса 12 быуатта, Пекос Хронологияһы буйынса II кәрзин әҙерләүселәр Дәүерендә барлыҡҡа килгән. Иң тәүге ҡаҙыныуҙарҙан башлап тикшеренеүселәр боронғо пуэблолар (анасази) хәҙерге пуэблоларҙың ата-бабалары булған тип иҫәпләй[4]. Дөйөм алғанда, пуэблолар үҙҙәре лә боронғо пуэблонан килеп сығыуҙарына дәғүә итә. 1000 йыл элек анасази төҙөгән ауыл Таос-Пуэбло әлеге мәлдә лә бар, һәм ул ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы ҡомартҡыһы булып тора.

  • Хохокам

Хохокам, ингл. Hohokam — АҠШ-тың көньяҡ-көнбайышында (Сонора сүллеге), өлөшләтә хәҙерге Мексика территорияһына ла ингән Колумбҡа тиклемге бик ҙур археологик мәҙәниәт. Ул беҙҙең эраның I быуатынан XV быуатҡа тиклем йәшәгән. Был мәҙәниәтте 1930-сы йылдарҙа археолог Гарольд Глэдвин тапҡан һәм йәнәш урынлашҡан мәҙәниәттәрҙән айырмалыҡтарын билдәләгән. Археологик ҡомартҡыны ул Түбәнге Хила (Lower Gila Valley) үҙәнендә ҡаҙып тапҡан һәм атамаһын оодхам һиндтары теленән алған.

Урындағы риүәйәттәр буйынса, хохокам мәҙәниәте Көньяҡ Аризондағы акимель-оодхам һәм тохоно-оодхам халыҡтарының ата-бабаһыныҡы булыуы ихтимал. Собайпури халҡының, юто-ацтек ғаиләһенә ҡараған хәҙерге пиман халыҡтарының ата-бабалары ҡомартҡыларын һуңғы тикшеренеүҙәр был төбәктә пималарҙың ата-бабалары Хохокам мәҙәниәте барлыҡҡа килгәндән алып йәшәүен раҫлай.

  • Ольмектар

Ольмектар — ҡәбилә исеме, ацтек тарихи хроникаларында телгә алына; әммә уны бер нисә быуат элек булған цивилизацияны билдәләү өсөн ҡулланыу дөрөҫ түгел. Мәҙәниәттең атамаһы шартлы рәүештә был территорияла йәшәгән бәләкәй ҡәбиләләрҙең береһе исеме менән аталған.[5]

1867 йылда Хосе Мельгар Трес-Сапотеста табылған гигант «эфиоп» башы тураһында матбуғатта яҙып сыға. Шулай итеп ул Веракрусһәм Табаскоурмандарында юғалған, аҙаҡ онотолған һинд мәҙәниәтен өйрәнеүҙе башлап ебәрә. Киң масштаблы археологик ҡаҙылма эштәре 1930-сы йылдарҙа алып барыла, шул мәлдә Мэтью Стерлинг коллегалары менән бергә Ла-Вета һәм Трес-Сапотес убаларында тәүге шурфтарҙы һәм траншеяларҙы ҡаҙа.

Пьедра Парадала ольмет мәҙәниәте үҙәге асыла уның музей фонды милли антропология һәм тарих институтынан Мексика археологтары экспедициялары эше иҫәбенә тулылана. Веракрус штатының Баш ҡалаһы булған Халапа ҡалаһының университет музейынан ғалим археолог Медельин Сениль элек билдәһеҙ булған ольмектар ҡалаһы — Син Кабесас («Башһыҙҙар») ҡалаһын аса, был атама джунглиҙың йәшел япраҡтары аҫтына йәшеренгән, әммә һәр аҙым һайын тиерлек осраған зыян күргән һәм башһыҙланған статуялар күплегенән барлыҡҡа килә.

Ике иң билдәле ольмек ҡомартҡыһы — Трес-Сапотес (Веракрус штаты) һәм Ла-Вента (Табаско штаты).

  • Майялар

Майялар — Үҙәк Американың үҙҙәренең яҙмаһы, сәнғәте, архитектураһы, математик һәм астрономик системалары менән билдәле булған цивилизацияһы. Классик дәүергә тиклем (беҙҙең эраға тиклем 2000 — беҙҙең эраның 250 йй.) формалаша башлай, уның күпселек ҡалалары үҫешенең иң юғары нөктәһенә классик осорҙа (беҙҙең эраның 250 — беҙҙең эраның 900 йй.) етә. Конкистадорҙар килгәнгә тиклем был мәҙәниәт үҫешен дауам итә.

Майялар таш ҡалалар төҙөй, уларҙың күбеһе европалылар килгәнгә тиклем үк ташландыҡ хәлдә була, башҡаларында артабан да кеше йәшәй. Майялар уйлап сығарған календарҙы Үҙәк Американың башҡа халыҡтары ла ҡулланған. Яҙыуҙа иероглиф системаһы ҡулланыла, яҙмаларҙың байтағы уҡылған. Һәйкәлдәрҙә күп һанлы яҙыуҙар һаҡланған. Майялар иген игеүҙең һөҙөмтәле системаһын булдыра, астрономия өлкәһендә тәрән белемгә эйә булалар.

  • Сапотектар

Сапотектар — Мексикалағы һинд телле халыҡ. Оахака һәм Чьяпас, Герреро, Веракрус штаттарының ҡайһы бер райондарында урынлашҡандар. Халҡы яҡынса 450 мең кеше. Дин буйынса — формаль рәүештә католиктар, әммә традицион инаныуҙарын һаҡлай. Сапотектарҙың берҙәм этник үҙаңы юҡ, улар күптән башҡа милләт кешеләре менән буталған, борон-борондан соке, хуаве, чонтал халыҡтары менән аралашып йәшәй, уларҙың йоғонтоһона бирелә.

Башта уҡ халыҡтың атамаһы экзоэтноним менән бәйле була, ул ацтек телендәге «сапот ағасы үҫкән ерҙә йәшәүселәр» тигәнде аңлата.

  • Миштектар

Миштектар (исп. Mixtecos) — Миштека төбәгендә йәшәгән боронғо мезоамерика халҡы (хәҙерге заманда Мексиканың Оахака, Герреро һәм Пуэбла штаттары). Науатльтеленән тәржемә иткәндә миштека атамаһы «миштлан (болоттар иле) халҡы» тигәнде аңлата, Колумбҡа тиклемге дәүерҙә халыҡтың үҙ атамаһы нюу сави (ямғыр халҡы) була. Дөйөм һаны яҡынса 270 мең кеше. Ото-манг ғаиләһенә ҡараған миштек телендә, шулай уҡ биләмәлә таралған испан телендәһөйләшәләр.

Миштектар. «Миштек сиробы» бейеүен башҡарыусылар төркөмө.

Миштектар көньяҡта колумбҡа тиклемге юғары үҫешкән мәҙәниәтте алып бара Мексикала. Уларҙың мәҙәниәте сығанаҡтары яҙма сығанаҡтар буйынса Vii быуат э. Миштектар Үҙ мәҙәниәтенең сәскә атыуына X быуатта өлгәшә. Йыш ҡына ҡаршы һуғыштары менән билдәле була сапотековтар. Миштеканың иң ҡеүәтле ҡала-дәүләттәренең береһе Тилантонго (хәҙерге территорияла урынлашҡан Оахака штаты). 1458 йылда ацтектар башында Монтесума I Бөтә Миштеканы тиерлек яулап алалар. 1480-се йылдарҙа тлатоаниҙар ацтектар Ашаяҡатль миштектар һәм сапотектарҙың союздаш армияһын ҡыйрата

  • Теотиукан

Теотиуакан (аст. Teōtīhuacān — аллалар тыуған урын, йәки аллалар ҡалаһы) боронғо ҡала, Мехико ҡалаһы үҙәгенән төньяҡ-көнсығышҡа табан 50 километр алыҫлыҡта Теотиуакан-де-Ариста муниципалитетында урынлашҡан.

Хәҙерге тикшеренеүселәр фекеренсә, был боронғо тораҡ пунктының майҙаны 2628 км2, ә халҡының һаны 125 меңдән ашыу кеше булған. Колумбҡа тиклемге Америкала был ҡала үҙенең сәскә атҡан осоронда иң боронғо һәм иң ҙур индеец ҡалаһы булған, шулай уҡ заманында ул донъялағы иң ҙур алты ҡала иҫәбенә ингән. Был урында ҡала тибындағы тораҡ б. э. т. III быуатта барлыҡҡа килгән, әммә был ҡала беҙҙең эраға тиклем II быуатта вулкан атылыуынан зыян күргән территорияларҙан халыҡтың миграцияһы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Төп монументтар 250 йылға тиклем яйлап төҙөлә. Ҡаланың тарҡала барыуы VI быуат уртаһында башлана, ҡаланың үҙәк өлөшө һәм изге урындары талана һәм яндырыла. VII быуат уртаһына халыҡ ҡаланы тулыһынса ташлап китә.

Ай пирамидаһы ҡаланың «Үлеләр юлдары» тип аталған төньяҡ осонда урынлашҡан. Уның бейеклеге яҡынса 42 метр, ә нигеҙенең оҙонлоғо 150 метр. 1980-се йылдарҙа археологтар Ай пирамидаһының төпкөлөндә 12 кеше кәүҙәһенең ҡалдыҡтары ятҡан ерләү камераһын таба. Уларҙың барыһының да ҡулдары арҡаға ҡайырып бәйләнгән, әммә уларҙың унауһының баштары киҫелеп камера уртаһында тәртипһеҙ рәүештә ташланған. Бер версия буйынса, улар Теотиуакан халҡының дошмандары булған.

Ҡалған ике ҡорбан, күрәһең, урындағы элитаға ҡарағандыр, матур ғына итеп ултыртылғандар, уларҙа кеше яңаҡтарына оҡшатып эшләнгән нефрит, муйынсаҡтар һәм башҡа биҙәүестәрҙең булыуы ла уларҙың юғары элитаға ҡарауын раҫлай.

Пирамиданы тәүге киң масштаблы тикшереүҙе Леопольдо Батрес 1906 йылда башлай. Артабанғы ҡаҙыныуҙар 1992—1993 йылдарҙа Мексиканың милли антропология һәм тарих институты эгидаһы аҫтында Эдуард Матос Моктесума етәкселегендә үткәрелә.

Ҡояш пирамидаһы яҡынса беҙҙең эраға тиклем 150 йылда төҙөлгән, ҡасандыр ҙур булмаған ғибәҙәтхана яҫы түбәле 5 ҡатлы ҡоролманан ғибәрәт. Был колосстың бейеклеге 64,5 метр самаһы, нигеҙенең оҙонлоғо 211, 207, 217 һәм 209 метр, дөйөм күләме 993 мең. м3.

  • Тольтектар
  • Ацтектар
  • Чабин
  • Паракасы
  • Моче
  • Наска
  • Уари
  • Тиуанако
  • Сикан
  • Чибча
  • Чиму
  • Инкылар

. Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Америка континенты археологияһы
  • Американың мәҙәни төбәктәре
  • Америка Менән Колумбҡа тиклем бәйләнеш

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Paula B. Paz Sepúlveda et al. Human Y chromosome sequences from Q Haplogroup reveal a South American settlement pre-18,000 years ago and a profound genomic impact during the Younger Dryas, August 17, 2022
  2. Douglas T. Price, and Gary M. Feinman. Images of the Past, 5th edition. — New York: McGraw-Hill Education, 2008. — С. 274—277. — ISBN 978-0-07-340520-9.
  3. Fagan, Brian M. Ancient North America. — Thames and Hudson, London, 2005.
  4. The Ancient Puebloans: How Do We Get Started? Дата обращения: 15 апрель 2010. Архивировано из оригинала 9 июль 2010 года.
  5. Б.Байер, У. Бирштайн и др. История человечества 2002 ISBN 5-17-012785-5

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Доколумбовы культуры